Социаль объекттарҙы, урамдарҙы төҙөкләндереү, мәктәп ашханаһы бинаһын заман талаптарына яраҡлаштырыу, балалар майҙансығы төҙөлөшө кеүек тәҡдимдәр индерелгән. Әле конкурста ҡатнашыуға документтар туплана.
Солтанбәк ауылы биләмәһендә йәшәүселәр ҙә «Урындағы башланғыстарҙы яҡлау» программаһында әүҙем ҡатнаша. Былтыр Сурашта мәҙәниәт йорто төҙөкләндерелһә, быйыл Урмияҙҙағы зыярат кәртәләрен яңыртыу ҡарала. Шулай уҡ биләмәгә республика ярҙамы менән трактор ҙа һатып алынған.
Гөлназ Хәйбуллина








