Бөгөн биатлон буйынса Рәсәй чемпионатының Өфөләге бәйгеләре тамамланды

60 кеше ҡатнашҡан мега-масстарт ярыштарында бер тапҡыр ҙа яҙа атмай, беренсе урынға һәм Рәсәй биатлонистары союзы кубогына Белоруссия спортсыһы Никита Лобастов эйә булды. Унан 12,1 секундҡа артта тороп ҡалған Башҡортостан вәкиле Эдуард Латипов көмөш миҙалға һәм Рәсәй чемпионы исеменә лайыҡ булды.

Даниил Серохвостов – өсөнсө. Икенсе башҡорт биатлонсыһы Антон Бабиков 9-сы һөҙөмтә күрһәтеп, еңеүселәр подиумына менә алманы. Ҡатын-ҡыҙҙар араһында 12 ярым саҡрымлыҡ дистанцияла иң яҡшы һөҙөмтәләрҙе Төмән өлкәһе вәкиле Виктория Сливко күрһәтеп, алтын миҙалға лайыҡ булды.

Бының менән биатлонсылар өсөн ҡышҡы уйындар миҙгеле тамамланмай, киләһе ярыштар – ил чемпионаты финалы Төмән ҡалаһында үтә. 30 апрелдә старт алып 5 көнгә иҫәпләнгән бәйге һөҙөмтәләре буйынса йыйылма милли команда составы тупланасаҡ.

Бындай формалағы ярыштарҙа тәүгә ҡатнашыуым. Ябай масс-старт менән сағыштырғанда, ҡағиҙәләр әллә ни айырылмай. Иң мөһиме: дистанцияның тәүге өлөшөн уңышлы үтеү ине. Беренсе урын яулап булмаһа ла, ярыш һөҙөмтәләре менән ҡәнәғәтмен. Артабан Төмәндәге финалға әҙерләнәсәкмен.

Эдуард Латипов, биатлон буйынса Рәсәй чемпионы
Фото №1 - Бөгөн биатлон буйынса Рәсәй чемпионатының Өфөләге бәйгеләре тамамланды

Рәзилә Ғиниәтуллина

Башбат
Нет наркотикам
Акции БСТ
БАШКОРТТАР-БСТ