Ғаилә, хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министры Ленара Иванова белдереүенсә, ведомство белгестәре көн дә мониторинг уҙғара. Хеҙмәт баҙарындағы хәл даими күҙәтеп барыла.
Республика халҡы хеҙмәт хоҡуҡтарын боҙоу осраҡтары буйынса Дәүләт хеҙмәт инспекцияһына мөрәжәғәт итә ала.







