Ул быйыл йәй эшләй башлай, тип хәбәр итәләр Республика Хөкүмәтенән. Медицина үҙәге ҡаланың 1-се дауаханаһы янында урынлашҡан. Бында заманса позитрон-эмиссион томограф ҡуйылды. Уның ярҙамында яман шеште иртәрәк асыҡларға һәм радиохирургия ярҙамында дауаларға була. Ядро медицина үҙәге төҙөлөшө өсөн 240 миллион һум тотонолған.







