Башҡортостан етәкселеге эшҡыуарҙарға ярҙам итеү саралары менән таныштырҙы

Иҡтисадтағы хәҙерге ҡыйынлыҡтарҙы хәл итеүҙә шәхси бизнес төп ролде уйнарға тейеш. Шуға эшҡыуарҙарға мөмкин тиклем күберәк ирек бирелә, административ баҫым кәметелә, тип белдерә Республика Хөкүмәте Премьер-министры Андрей Назаров. Әле төбәктә 129 меңдән ашыу бәләкәй һәм урта эшҡыуар иҫәпләнә. Йыл башынан улар һаны 2 процентҡа артҡан. Үҙмәшғүлдәр ҙә күбәйә. Эшҡыуарҙар бюджетҡа яҡшы килем килтерә. Былтыр бизнес 12 миллиард һумдан ашыу һалым түләгән. Әле республикалағы һәр 8-се кеше йәғни 513 меңдән ашыу хеҙмәткәр эшҡыуарҙарға эшләй. Бөгөн бизнесҡа ярҙам итеү буйынса сираттағы саралар әҙерләнә. Эшҡыуарҙарға финанс ярҙам күрһәтелә, һалым түләүҙән бушатабыҙ, льготалар була, тип хәбәр итә Андрей Назаров.

Фото №1 - Башҡортостан етәкселеге эшҡыуарҙарға ярҙам итеү саралары менән таныштырҙы
Башбат
Нет наркотикам
Акции БСТ
БАШКОРТТАР-БСТ