Бүләккә - матбуғат. Рәсәй һәм Башҡортостандың атҡаҙанған табибы Марат Аҙнабаев Яҡшымбәт мәктәбе уҡыусыларын матбуғатҡа яҙҙыртҡан. “Һәр кемдең республика баҫмаларын алдырыу мөмкинлеге юҡ. Бүтәндәр ҙә Марат Тәлғәт улынан өлгө алһын ине”, - ти башҡорт теле уҡытыусыһы Азат Ғәлиев.
Республикала матбуғатҡа яҙылыу дауам итә. Тулыраҡ мәғлүмәт менән баҫмаларҙың рәсми сайтында һәм социаль селтәрҙә танышырға була.







