Өлөшсөләрҙең хоҡуҡтарын яҡлау фонды ярҙамында өс йөҙгә яҡын ғаилә фатирлы буласаҡ

Былтыр баш ҡаланың Урман техникумы урамында проблемалы ике торлаҡ төҙөлөшө тергеҙелгәйне. Бөлгөнлөккә төшкән компания урынына икенсе ойошма килә. «Туңдырылған» төҙөлөштө дауам итеү еңелдән түгел. Бер нисә йыл эсендә күп ҡатлы йорттар күтәреү буйынса талаптар, нормативтар үҙгәргән. Тулыраҡ БЮТ каналы хәбәрсеһе Гөлназ Хәйбуллина.

Проблемалы объекттарҙы ҡабул итеп, элекке төҙөлөш компанияһының етешһеҙлектәрен бөтөрөү - үҙе бер ҡатмарлы эш. Былтыр августа Өлөшсөләрҙең хоҡуҡтарын яҡлау фонды ярҙамында Өфөнөң Урман техникумы урамында күп ҡатлы ике йорт төҙөлөшө тергеҙелгәйне. Улар 2017 йылда уҡ сафҡа индерелергә тейеш булған. Әммә яуаплы компания банкрот тип иғлан ителә. Ниһайәт, оҙайлы тынлыҡтан һуң өлөшсөләрҙең бәхетенә биләмәгә икенсе төҙөлөш компанияһы саҡырыла.

Инженер коммуникациялар, йылы үткәреүҙән тыш, фасад, эске яҡтан биҙәкләү эштәре лә бара. Айырыуса штукатур-малярҙарға ауырға төшә. Сөнки элекке подрядсы компания стеналарҙы тигеҙләүгә намыҫһыҙ ҡараған, етешһеҙлектәр күп. Демонтажлап төҙәтергә тура килә.

Ике торлаҡта 281 фатир, уларҙың барыһы ла һатылған булған. Оҙайлы төҙөлөшкә нөктә ҡуйылып, майҙанда йәнлелек күҙәтелеүе – өлөшсөләр өсөн оло ҡыуаныс. Проект буйынса бында балалар уйын майҙансығы, ер аҫты парковкаһы ла буласаҡ.

Биләмәлә 170 кеше эшләй, тиҫтәгә яҡын ҡеүәтле техника йәлеп ителгән. Төҙөлөш компанияһы материалдарға ҡытлыҡ булмауын билдәләй. Билдәләнгән графикка ярашлы, ике йорт та декабрь аҙағында файҙаланыуға тапшырылырға тейеш.

Фото №1 - Өлөшсөләрҙең хоҡуҡтарын яҡлау фонды ярҙамында өс йөҙгә яҡын ғаилә фатирлы буласаҡ

Гөлназ Хәйбуллина

Башбат
Нет наркотикам
Волна
Акции БСТ