Өфөлә «Башҡорт дәүләт медицина университеты мистеры» конкурсы үтте

Йыл да ойошторола килгән сарала был юлы титул өсөн 8 студент һынау тотто. Юғары уҡыу йортонда белем алған буласаҡ табиптар ижади һәләттәре менән сығыш яһаны. Кемдер актерлыҡ һәм сәхнә оҫталығын күрһәтһә, икенселәр йыр-бейеүгә маһирлығы менән тамашасы һөйөүен яуларға тырышты.

Конкурс һөҙөмтәләренә ярашлы, «БДМУ мистеры» исеменә педиатрия факультеты студенты еңеү яуланы. Ә вице-мистер титулын Һиндостандан белем алыусы буласаҡ табип алды.

Фото №1 - Өфөлә «Башҡорт дәүләт медицина университеты мистеры» конкурсы үтте

Азат Ғәлиуллин

Башбат
Нет наркотикам
Акции БСТ
БАШКОРТТАР-БСТ