Республика Башлығы Указына ярашлы, Башҡортостандың халыҡ шағиры Рәми Ғариповтың тыуыуына 90 йыл тулыуға арналған байрам саралары дауам итә. Ишембай ҡалаһының Әхмәтзәки Вәлиди исемендәге 2- се башҡорт гимназия-интернатында ҡәҙер һәм хәтер кисәһе үтте.
Төрлө район-ҡалаларҙан йыйылған уҡыусылар сәхнәгә сығып, бөйөк әҙиптең ижадын данланы. Сара сиктәрендә «Китап уҡыусы атай-әсәй – китап уҡыусы бала» республика буктрейлер конкурсына йомғаҡ яһалды. Бәйгегә февралдә старт бирелгәйне. Ҡыҫҡа ваҡыт эсендә уҡыусыларҙан тиҫтәләп видеояҙма ҡабул ителгән.
Еңеүселәр «Шуға ла мин беләм тел ҡәҙерен», «Рәми Ғарипов тәржемәләре» , «Тарих шаңдауы», «Умырзая йыры», «Әҙәбиәттә яңы һулыш», «Бала саҡ китаптары» номинацияларында билдәләнде. Улар маҡтау ҡағыҙҙары , махсус приздар менән бүләкләнде.
Гөлназ Хәйбуллина




