Өфөнән көнсығыш сығыу юлы төҙөлөшөндә тотҡарлыҡтар булмаясаҡ

Коллектив көнбайыштың санкциялары һәм ҡайһы бер төҙөлөш материалдарына хаҡ артыуы сәбәпле, Өфөнән көнсығыш сығыу юлы төҙөлөшөндә тотҡарлыҡтар булмаясаҡ. Был турала Башҡортостан башлығы объектҡа сәфәре барышында белдерҙе. 

Яңы хаҡтар нигеҙендә проектҡа ҡайһы бер төҙәтмәләр индерелеүе ихтимал, әммә был төҙөлөштө туҡтатыу тигәнде аңлатмай. Көнсығыш сығыу юлы билдәләнгән мөҙҙәткә сафҡа инәсәк тип билдәләне Радий Хәбиров.

Фото №1 - Өфөнән көнсығыш сығыу юлы төҙөлөшөндә тотҡарлыҡтар булмаясаҡ
Волна
БАШКОРТТАР-БСТ