Был турала Рәсәй Һаулыҡ һаҡлау хеҙмәткәрҙәре профсоюзы менән Республика Һаулыҡ һаҡлау министрлығы араһында килешеү төҙөлдө. Ведомство етәкселәре билдәләүенсә, килешеү урта звено һәм ашығыс ярҙам хеҙмәтендә эшләүселәрҙең хеҙмәт хаҡын күтәрергә, дауаханаларға эшкә йәштәрҙе йәлеп итергә булышлыҡ итәсәк. Хеҙмәт хаҡы белгестәрҙең тәжрибәһенә һәм учреждениеның йүнәлешенә ҡарап арттырыласаҡ.
Флорида Ким




