Уҙған тәүлектә Башҡортостанда коронавирус диагнозы тағы ла 1 205 кешегә ҡуйылған

Бөгөн стационарҙарҙа 173 кеше дауалана, уларҙың 128-е 60 йәштән өлкәндәр. Ауыр хәлдәге 34 пациенттың өсәүһе ИВЛ аппараттарына тоташтырылған. 22 725 кеше амбулатор шарттарҙа дауалана.

Тәүлек эсендә сирҙән 3 215 кеше һауыҡҡан, 5 үлем осрағы теркәлгән. Төбәктә халыҡты коронавирусҡа ҡаршы вакциналау дауам итә. Һуңғы мәғлүмәттәргә ярашлы, 2 366 813 кеше вакцинацияны тулыһынса тамамлаған. Был прививка яһатырға тейешле халыҡтың 95 проценттан ашыуы. Тәүлек эсендә медицина учреждениеларында яңы инфекцияға ҡаршы 4 697 кеше прививка яһатҡан.  

Фото №1 - Уҙған тәүлектә Башҡортостанда коронавирус диагнозы тағы ла 1 205 кешегә ҡуйылған
Башбат
Нет наркотикам
Акции БСТ
БАШКОРТТАР-БСТ