25 мартта Нуриман районында асылған гастрономик фестиваль өс көнгә иҫәпләнгән. Бында үҙебеҙҙән тыш, Америка, Европа, Рәсәй халыҡтары милли аш-һыуы менән танышырға мөмкин.
Билдәле шеф-ашнаҡсылар оҫталыҡ дәрестәре күрһәтәсәк. Фестиваль сиктәрендә гастрономик һәм ваҡиғалы туризмды үҫтереү мәсьәләләре ғилми-ғәмәли конференцияла тикшерелер тип көтөлә. Сара сиктәрендә туҡланыу һәм ҡунаҡханалар бизнесы өлкәһендәге «Алтын буфет» милли премияһының финалын йомғаҡлау күҙаллана.
Рәзилә Ғиниәтуллина







