Улар Петровское ҡалаһында урынлашҡан Рәсәй Геройы Миңлеғәле Шайморатов исемен йөрөткән 22-се мәктәп уҡыусылары. Йәш быуынды тимер юл вокзалында Башҡортостан Хөкүмәте Премьер-министры урынбаҫары Азат Бадранов, шулай уҡ ирекмәндәр һәм эҙәрмәндәр ҡаршы алды. . Ике аҙна дауамында улар өсөн һауыҡтырыу һәм мәҙәни программалар ҡаралған. Был хаҡта тулыраҡ киләһе яҙмала.
Мәскәү - Өфө поезы килеүен ҡаршы алыусы төркөм түҙемһеҙләнеп көтә. Улар оҙаҡ йылдар дауамында ауыр михнәттәр кисерергә дусар булған малай-ҡыҙҙарҙы яҡын туғандары, үҙ балалары кеүек ихлас ҡаршыланы. Утыҙ кешенән торған балалар төркөмө Өфөгә Мәскәү аша имен-аман килеп еткән. Балаларҙың иң өлкәндәренә 18, иң кесеһе Дамирға 10 йәш. Тыныс тормошто 8 йыл дауамында ике йәшенән көткән малай Өфөлә яңы дуҫтар ҙа табырмын, тип ҡыуана.
Артабан балалар һәм уларҙың етәкселәренән торған делегация тимер юл вокзалына үтте. Башҡортостан Хөкүмәте Премьер-министры урынбаҫары Азат Бадранов Петровское ҡалаһынан көтөп алынған ҡунаҡтарҙы тәбрәкләне.
Ике тәүлек буйы алыҫ юлдан килгән балалар йола буйынса милли ризыҡ бауырһаҡ менән ҡымыҙҙы тәмләп ҡараны. Луганск республикаһы делегацияһы етәксеһе Петровское ҡалаһының 22-се мәктәбе уҡытыусыһы Гөлназ Серова рәхмәт һүҙҙәрен еткерҙе.
2016 йылдан беҙ Башҡортостандан булған дуҫтарыбыҙҙың ярҙамын тойоп йәшәйбеҙ. Беҙҙең мәктәп Миңлеғәле Шайморатов исемен йөрөтә. Уҡыусыларыбыҙ ҙа герой исеменә лайыҡлы булырға ынтыла.
Луганск халыҡ республикаһынан килгән балалар делегацияһын ҡаршыларға ирекмәндәр, эҙәрмәндәр ҙә килгәйне. Ике аҙна дауамында балалар бында һаулығын нығытасаҡ, мәҙәни һәм ҡыҙыҡлы ял программаларына йәлеп ителәсәк.
Гүзәл Борханова







