Өфөлә Башҡортостандың атҡаҙанған рәссамы Борис Самосюктың шәхси күргәҙмәһе асылды

Нестеров  музейында ижадсының 1990 йылдан алып 2022  йылға тиклем яҙылған әҫәрҙәре ҡуйылған. Картиналар араһында пастель, майлы буяу ярҙамында төшөрәлгәндәре һәм шулай уҡ Самосюктың авторлыҡ стиле менән дә эшләнгәндәре лә бар. Рәссам Библия темаһын да уңышлы сағылдырған.

Пастель техникаһы менән яҙылған әҫәрҙәрҙе Өфөлә киң форматта тәүгә күрһәтәм. Картиналар араһында апостолдарға арналған серия ла бар. Был үҙем һәм тамашасылар өсөн дә яңылыҡ. Дини сюжеттарҙы классик ысул менән түгел, ә үҙемдең шәхсән күҙаллауым буйынса төшөрҙөм.  

Борис Самосюк, Башҡортостандың атҡаҙанған рәссамы
Фото №1 - Өфөлә Башҡортостандың атҡаҙанған рәссамы Борис Самосюктың шәхси күргәҙмәһе асылды
Башбат
Нет наркотикам
Волна
БАШКОРТТАР-БСТ