Республика төбәктәрендә асылған ярҙам йыйыу пункттары көн һайын халыҡтан төрлө әйберҙәр ҡабул итте. Баймаҡ районы ла мохтаждарға төҙөлөш материалдары оҙатты. Был хаҡта киләһе яҙмала.
Район эшҡыуарҙары көсө менән тупланған ярҙам – төҙөлөш өсөн кәрәк-яраҡтар, Луганск халыҡ республикаһының Петровск ҡалаһындағы 22 -се мәктәпте төҙөкләндереүгә оҙатыла. Тап ошо белем усағы беҙҙең яҡташыбыҙ, генерал-майор Миңлеғәле Шайморатов исемен йөрөтә. Ауыр тормош хәлендә ҡалғандарға ярҙам күрһәтеү – һәр кемдең изге бурысы, тигән фекерҙә ылауҙы оҙатыусылар.
Туғандаш республикаларға ярҙам күрһәтеү маҡсатынан Башҡортостанда штабтар, гуманитар ярҙам йыйыу үҙәктәре һәм пунктары асылды. Битараф булмағандар бында аҙыҡ-түлек, кейем -һалым һәм башҡа кәрәк-яраҡтар тапшыра. Ылауҙы республиканың Ғәҙәттән тыш хәлдәр буйынса дәүләт комитеты хеҙмәткәрҙәре билдәләнгән урынға тиклем оҙатып бара.
Райондың ойошма-предприятиелары ла акциянан ситтә ҡалмай. Улар ҙа һәр яҡлап мәрхәмәтлек күрһәтә. Иң мөһиме: донъялар тыныс булһын.
Әлфиә Хәмитова







