Беҙҙә Рәсәйҙә тиңе булмаған проект менән төҙөлгән матур һәм заманса хоспис барлыҡҡа киләсәк

Ул сафҡа ингәс тә уникаль проектты башҡа төбәктәр менән бүлешергә әҙербеҙ, тине Радий Хәбиров. Республика башлығы бөгөн дауалап булмаған сирҙәр менән ауырыусы өлкәндәргә һәм балаларға ярҙам күрһәтеү үҙәгендә эш барышы менән ҡыҙыҡһынды.

Әле хоспистың биналары тулыһынса ҡыйыҡ аҫтына ҡуйылған Электр уты, интернет, йылытыу селтәрҙәре лә сафҡа индерелгән. Әйткәндәй, барлыҡ коммуникациялар ҙа ресурстар менән тәьмин итеүсе компанияларҙың хәйриәлек аҡсаларына төҙөлгән. Хәҙер төҙөүселәргә эске биҙәү эштәрен башҡараһы ҡала.

Көндәр йылытыу менән эске биҙәлеште башлайбыҙ. Бында барлыҡ эштәр ҙә бер юлы алып барыла. Хосписты кәртәләп алып, ағас ултыртыу ҙа бер юлы башҡарылды. Мебель, көнкүреш кәрәк-яраҡтары алабыҙ. Ғөмүмән, эштең яртыһын теүәлләнек. Ләкин уның ҡасан тамамланырын әле аныҡ әйтә алмайбыҙ.

Марат Әхмәҙуллин, төҙөлөш компанияһы директоры

Әле 517 миллион һумға эштәр башҡарылған. Ләкин төҙөлөш материалдарына хаҡ артыу сәбәпле, сметаға төҙәтмәләр индереү талап ителә. Хоспис төҙөлөшөнөң дөйөм хаҡы бер миллиард һумға баһалана.

Фото №1 - Беҙҙә Рәсәйҙә тиңе булмаған проект менән төҙөлгән матур һәм заманса хоспис барлыҡҡа киләсәк

Айнур Кәбиров

Башбат
Нет наркотикам
Волна
Акции БСТ