Эшсе һөнәрҙәрҙең абруйын арттырып

Ғаилә, хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министрлығы тарафынан 2013 йылдан тормошҡа ашырылған «Етәксе һөнәрен алыштыра» проекты дауам итә. Бөгөн акцияға Башҡортостандың Торлаҡ һәм төҙөлөш күҙәтеүе буйынса дәүләт комитеты рәйесе лә ҡушылды. Тулыраҡ киләһе яҙмала.

Рәсми костюм, туфлиҙарҙа Башҡортостандың Торлаҡ һәм төҙөлөш күҙәтеүе буйынса дәүләт комитеты рәйесе беренсе тапҡыр трактор артына ултырҙы. Шуға ҡарамаҫтан, Андрей Агапов заман техникаһын тиҙ үҙләштерҙе. «Юлдаш» радиоһы тулҡындарында эшкә көйләнеп ихаталағы ҡарҙы өйөп тә ҡуйҙы.

Бөгөн мин хужалыҡ техникаһы менән идара итеү тәжрибәһен алдым. Бер ауырлығы ла юҡ. Заман талаптарына яуап бирә. Шуға ла йәштәрҙе эшсе һөнәрҙәрҙе һайларға саҡырам. Профессиональ белем алыу ҙа бөгөн бер ни тормай. Эшсе ҡулдар бар өлкәлә талап ителә, бигерәк тә торлаҡ-коммуналь хужалыҡ тармағында.

Андрей Агапов, Башҡортостандың торлаҡ һәм төҙөлөш күҙәтеүе буйынса дәүләт комитеты рәйесе

Республикала 2013 йылдан тормошҡа ашырылған «Етәксе һөнәрен алыштыра» проекты тап эшсе һөнәрҙәрҙең абруйын арттырыуға йүнәтелгән. Торлаҡ-коммуналь хужалыҡта хөрмәт ҡаҙанған хеҙмәткәрҙәр етерлек. Дүртөйлө районында тыуып-үҫкән Фәриҙә Шәрип ҡыҙы ике тиҫтә йыллап ғүмерен ошо тармаҡҡа арнаған. Фиҙаҡәр хеҙмәте бер-нисә тапҡыр Өфө ҡала хакимиәте тарафынан билдәләнгән.

Әйткәндәй, республикала бөгөн торлаҡ-коммуналь хужалығына 500-ләп урам-йыйыштырыусы, 120 тракторсы, шулай уҡ торлаҡ хужалығы мастеры, водителдәр талап ителә. Тармаҡтың заман техникаһы менән йыһазландырылыуы эште яйға һала, яңы мөмкинлектәр аса.

Фото №1 - Эшсе һөнәрҙәрҙең абруйын арттырып

Азат Ғәлиуллин

Выборы 2026
25 лет БСТ
Башбат
Башбат
Нет наркотикам
Акции БСТ
БАШКОРТТАР-БСТ