Өфөлә үтәсәк “Үҙебеҙҙекеләрҙе ташламайбыҙ” тигән митинг-концертты тура эфирҙа ҡарарға була

Бөгөн көндөҙгө сәғәт икелә “Торатау” Конгресс-холы янында ҙур тамаша уҙғарыла. Митинг-концерт Донбасс халҡы һәм Украинала махсус хәрби операцияла ҡатнашҡан һалдаттарға теләктәшлек белдереү маҡсатынан ойошторола. Унда башҡорт эстрадаһы йырсылары, Элвин Грей һәм “Город 312” төркөмө сығыш яһай. Тамашаны Башҡортостан юлдаш телевидениеһы тура эфирҙа күрһәтә, шулай уҡ “Бәйләнештә” социаль селтәрендә трансляция була. Митинг-концертҡа бәйле Мәжит Ғафури һәм Зәки Вәлиди урамдарының бер өлөшө транспорт хәрәкәте өсөн сәғәт бишкә тиклем ябыҡ була. Автобустар Пушкин урамы буйлап хәрәкәт итә.

Фото №1 - Өфөлә үтәсәк “Үҙебеҙҙекеләрҙе ташламайбыҙ” тигән митинг-концертты тура эфирҙа ҡарарға була
Выборы 2026
25 лет БСТ
Башбат
Башбат
Нет наркотикам
Волна
БАШКОРТТАР-БСТ