Республика менән идара итеү үҙәге сүп-сар сығарыу мәсьәләһен хәл итеүҙә булышлыҡ күрһәтә

Февралдә “Инцидент-менеджмент” системаһында ҡаты көнкүреш ҡалдыҡтарын сығарыуға бәйле 146 мөрәжәғәт теркәлгән. Хөкүмәттә үткән кәңәшмәлә мәсьәләне хәл итеү юлдары ҡаралды. Баҡса ширҡәттәренән сүп-сар сығарыу ҡыйынлыҡтар тыуҙыра. Күптәре төбәк операторҙары менән килешеү төҙөмәгән, шуға ҡалдыҡтар өйөмдәре барлыҡҡа килә. Ҡалала контейнер майҙансыҡтары эргәһендә ҡуйылған автомобилдәр ҡалдыҡтарҙы алып китергә ҡамасаулай. Ҡайһы берҙә кешеләр пластик сүп һауытына шыйыҡса ҡойоп китә. Һыуыҡта ҡаты сүп тә туңып йәбешә һәм контейнерҙы таҙартып булмай. Республика менән идара итеү үҙәге белгестәре Экология министрлығы, төбәк операторҙары, район-ҡалаларға ошо һәм башҡа мәсьәләләрҙе хәл итеүҙә булышлыҡ күрһәтә.

Фото №1 - Республика менән идара итеү үҙәге сүп-сар сығарыу мәсьәләһен хәл итеүҙә булышлыҡ күрһәтә
Выборы 2026
25 лет БСТ
Башбат
Башбат
Нет наркотикам
Акции БСТ
БАШКОРТТАР-БСТ