Тыныслыҡ өсөн! Рәсәй өсөн! ПреZидент өсөн! Өфөлә “Үҙебеҙҙекеләрҙе ташламайбыҙ” тип аталған митинг-концерт башланды. Ул Донбасс халҡына һәм Украинала махсус хәрби операцияла ҡатнашҡан һалдаттарға теләктәшлек белдереү маҡсатында ойошторолдо. Сара “Торатау” Конгресс-холы янындағы майҙанда үтә. Унда беҙҙең хәбәрселәр ҙә эшләй. Улар митингта ҡатнашыусыларҙың фекерен белеште.
“Рәсәй көслө һәм үҙ аллы дәүләт. Бөгөнгө байрам халыҡ берҙәмлегенең символы”, - ти Башҡортостан халыҡтары ассамблеяһы Президиумы Советы рәйесе Зөһрә Рәхмәтуллина.
“Үҙебеҙҙекеләрҙе ташламайбыҙ” тигән митинг-концертты Башҡортостан юлдаш телевидениеһы тура эфирҙа күрһәтә. Шулай уҡ “Бәйләнештә” социаль селтәрендә трансляция алып барыла. Мәжит Ғафури һәм Зәки Вәлиди урамдарының бер өлөшөндә транспорт хәрәкәте сикләнгән. Автобустар Пушкин урамы буйлап хәрәкәт итә.
#Zабашкортостан #ZаРоссию #ZаРодину
#Zабашкортостан #Уфа #СвоихНеБросаем







