“Үҙебеҙҙекеләрҙе ташламайбыҙ” митингы барышында республика етәксеһе Радий Хәбиров машиналар колоннаһына старт бирҙе.
Хәрби хәрәкәттәр ветерандары берлеге рәйесе Тимерйән Рәжәпов әйтеүенсә, республикала йәшәүселәр был юлы 100 тоннаға яҡын ярҙам йыйған. Украина агрессияһынан зыян күреүселәргә аҙыҡ-түлек, дарыу һәм медицина кәрәк-яраҡтары, төҙөлөш материалдары һәм башҡа көнкүреш тауарҙары тупланған.
Гуманитар ярҙам тейәгән автомобилдәргә 2 мең километр самаһы юл үтергә тура килә. Башҡортостан вәкилдәре Донбасҡа ике көндән барып етә. Ылауҙы премьер-министр урынбаҫары Ирек Сәғитов оҙатып бара.







