Тыныслыҡ өсөн! Рәсәй өсөн! ПреZидент өсөн! Өфөлә “Үҙебеҙҙекеләрҙе ташламайбыҙ” тип аталған митинг-концерт үтте. Ул Донбасс халҡына һәм Украинала махсус хәрби операцияла ҡатнашҡан һалдаттарға теләктәшлек белдереү маҡсатында ойошторолдо. Митингта ҡатнашыусыларҙың фекере.
“Рәсәй көслө һәм үҙ аллы дәүләт. Бөгөнгө байрам халыҡ берҙәмлегенең символы”, - ти Башҡортостан халыҡтары ассамблеяһы Президиумы Советы рәйесе Зөһрә Рәхмәтуллина.







