Радий Хәбиров: "Шайморатов вариҫтары үҙебеҙҙекеләрҙе ташламай"

“Шайморатов вариҫтары үҙебеҙҙекеләрҙе ташламай”. Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров Өфөлә үткән митинг-концертта шулай тип белдерҙе. Сара Ҡырымдың Рәсәйгә ҡушылыуына 8 йыл тулыуға арналды. Ул шулай уҡ Донецк һәм Луганск халыҡ республикаларында йәшәүселәргә, Украинала махсус хәрби операцияла ҡатнашҡан Рәсәй Ҡораллы Көстәренә хуплау белдереү маҡсатында ойошторолдо. “Бөгөн бөтә донъяға берҙәм булыуыбыҙҙы, көсөбөҙҙө күрһәтеү, Тыуған илебеҙгә тоғролоҡ һәм һөйөүебеҙҙе белдереү маҡсатында митингка сыҡтыҡ”, - тине Радий Хәбиров.

Фото №1 - Радий Хәбиров: "Шайморатов вариҫтары үҙебеҙҙекеләрҙе ташламай"
Радий Хәбиров: "Шайморатов вариҫтары үҙебеҙҙекеләрҙе ташламай"

 

“Рәсәй көслө һәм үҙ аллы дәүләт. Бөгөнгө байрам халыҡ берҙәмлегенең символы”, - ти Башҡортостан халыҡтары ассамблеяһы Президиумы Советы рәйесе Зөһрә Рәхмәтуллина.

Радий Хәбиров: "Шайморатов вариҫтары үҙебеҙҙекеләрҙе ташламай"

Ойоштороусылар хәбәр итеүенсә, митинг-концертта 28  мең кеше ҡатнашҡан.

Радий Хәбиров: "Шайморатов вариҫтары үҙебеҙҙекеләрҙе ташламай"

Бөгөн Башҡортостандан Донбасҡа икенсе гуманитар ылау оҙатылды. Митинг барышында республика етәксеһе Радий Хәбиров машиналар колоннаһына старт бирҙе. Хәрби хәрәкәттәр ветерандары берлеге рәйесе Тимерйән Рәжәпов әйтеүенсә, республикала йәшәүселәр был юлы 100 тоннаға яҡын ярҙам йыйған. Украина агрессияһынан зыян күреүселәргә аҙыҡ-түлек, дарыу һәм медицина кәрәк-яраҡтары, төҙөлөш материалдары һәм башҡа көнкүреш тауарҙары тупланған.

Выборы 2026
Радий Хәбиров: "Шайморатов вариҫтары үҙебеҙҙекеләрҙе ташламай"

Митиг барышында Донецк халыҡ республикаһы башлығы Денис Пушилин видеобәйләнеш аша Башҡортостан халҡына рәхмәт белдерҙе.

Радий Хәбиров: "Шайморатов вариҫтары үҙебеҙҙекеләрҙе ташламай"

Гуманитар ярҙам тейәгән автомобилдәргә 2 мең километр самаһы юл үтергә тура килә. Башҡортостан вәкилдәре Донбасҡа ике көндән барып етә. Ылауҙы премьер-министр урынбаҫары Ирек Сәғитов оҙатып бара.

#Zабашкортостан #ZаРоссию #ZаРодину

#Zабашкортостан #Уфа #СвоихНеБросаем

Фото №2 - Радий Хәбиров: "Шайморатов вариҫтары үҙебеҙҙекеләрҙе ташламай"
Выборы 2026
25 лет БСТ
Башбат
Башбат
Нет наркотикам
Акции БСТ
БАШКОРТТАР-БСТ