Үҙебеҙҙекеләрҙе ҡалдырмайбыҙ. Бөгөн Өфөнөң Салауат Юлаев майҙанында үткән митинг-концерт 25 мең кешене берләштерҙе.
Теүәл һигеҙ йыл элек Ҡырым һәм Севастополдә йәшәүселәр референдум үткәреп, Рәсәйгә ҡушылыу юлын һайланы. Тарихи ваҡиға уңайынан йыл һайын 18 мартта бөтә ил халҡы Ҡырым яҙын билдәләй.
Быйыл февралдә Рәсәй Луганск һәм Донецк халыҡ республикаларының бойондороҡһоҙлоғон танып, Украинала махсус хәрби операция үткәреү тураһында иғлан итте. Башҡортостандың билдәле йәмәғәт эшмәкәрҙәре Ҡораллы көстәрҙе ҡеүәтләү, Донбаста йәшәүселәргә теләктәшлек күрһәтеү маҡсаты менән митинг-концерт ойошторорға тәҡдим яһағайны.
Республика етәксеһе Радий Хәбиров башланғысты хуплап ҡабул итте. Күләмле сара «Шайморатов вариҫтары үҙебеҙҙекеләрҙе ҡалдырмай» девизы аҫтында үтте.
Митингка килеүселәрҙең ҡулдарында Рәсәй һәм Башҡортостан флагтары, Еңеү яҙын сағылдырыусы Георгий таҫмалары. «Тыныслыҡ өсөн!», Тыуған ил өсөн!» Плакаттарҙағы яҙыуҙар ҙа тәрән мәғәнәгә эйә. Асыҡ һауала барған сарала патриотик йырҙар яңғыраны. Теләктәшлек акцияһында ҡатнашыусыларҙы Ватанға ҡарата ғорурлыҡ тойғолары берләштерҙе.
Гөлназ Хәйбуллина







