Предприятиеның пландары « Инвестиция сәғәте» форматында үткән кәңәшмәлә өйрәнелде. Ойошма ҡаҙылма байлыҡтар сығарыу менән шөғөлләнгән компанияларҙың ҡалдыҡтарын эшкәртеү менән күптән шөғөлләнә. Быға тиклем улар Учалы карьерҙарында ла үҙ технологияларын ҡулланып ҡараған.
Шулай уҡ Рәсәйҙең башҡа төбәктәрендә, Ҡаҙағстан менән Үзбәкстанда ла руда ҡалдыҡтарын рекультивациялаған. Республикаға улар биш йылда 1 миллиард 300 миллион һум инвестиция индерергә теләк белдерә. Радий Хәбиров бындай технологияның республика өсөн үтә лә мөһимлеген билдәләне.
Айнур Кәбиров




