«Башҡортостан ихаталары» программаһы апрелдән эшләй башлай

Торлаҡ-коммуналь хужалыҡ миниистрлығы мәғлүмәттәренә ярашлы, быйыл төбәктә 200 ихатаны төҙөкләндереү күҙаллана. Планға индерелгән биләмәләрҙең барыһы ла республика бюджетынан финансланасаҡ. Шулай уҡ, сығымдарҙың күпмелер өлөшөн урындағы муниципалитет һәм ремонт башҡарыласаҡ күп ҡатлы йортта йәшәүселәрҙән сығарыу көтөлә. 

Күп ҡатлы йорт биләмәһен төҙөкләндереүҙәрен һорап, күп тапҡырҙар мөрәжәғәт иттем. Ниһайәт, маҡсат тормошҡа ашты. Өҫтәүенә, ихатала, балалар уйын майҙансығы, олололарға ултырып ял итер урын да йәмләнде.

Татьяна Дмитриева, Туймазы ҡалаһының Ленин проспекты 5б йортонда йәшәүсе

Республика программаһында ҡатнашасаҡ ихаталар былтыр уҡ планға индерелгән. Ремонт башҡарыласаҡ биләмәләр күп ҡатлы йортта йәшәүселәрҙең дөйөм йыйылышында билдәләнгән .Исемлектә башлыса ихата юлдарына асфальт түшәү, өҫтәмә парковка урындары булдырыу, хәүефһеҙ резина япмалы балалар һәм спорт майҙансыҡтары, йәшелләндереү кеүек мәсьәләләр бар.

«Башҡорт ихаталары» программаһы Башҡортостанда 2019 йылдан тормошҡа ашырыла. Һуңғы йылдарҙа башҡарылған эштәрҙе иҫәпкә алғанда проекттың уңышлы булыуын билдәләргә кәрәк. Урындағы халыҡ мөрәжәғәт итә, беҙ эшләйбеҙ. Бөгөн планға индерелгән 200 ихатаны ла апрелдә башлап, октябрҙә файҙаланыуға тапшырырға иҫәп бар.

Николай Ельников, Башҡортостандың торлаҡ-коммуналь хужалыҡ министры урынбаҫары
Фото №1 - «Башҡортостан ихаталары» программаһы апрелдән эшләй башлай

Азат Ғәлиуллин

Башбат
Нет наркотикам
Акции БСТ
БАШКОРТТАР-БСТ