«Ижади майҙан» Бөрйәндә һыналды

Башҡорт мәҙәниәте һәм рухи мираҫ йылы сиктәрендә Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы күсмә сара ойошторҙо. Уның сиктәрендә Бөрйән районы үҙәгенә 8 район вәкилдәре йыйылды, улар өсөн семинарҙар, оҫталыҡ дәрестәре уҙғарылды. Ижади майҙансыҡтар эшмәкәрлеге тураһында БЮТ каналы хәбәрсеһе Әлфинә Килдейәрова репортажы.

Рухлы балалар - милләт киләсәге. Айзилә, Ризуан һәм Ғайса Иҫке Собханғол ауылы балалар баҡсаһы тәрбиәләнеүселәре. «Аҡбуҙат» журналын улар күптән ҡунаҡҡа көткән, ошо уңайҙан ата-әсәләре менән шиғыр ҙа ижад иткәндәр. Шиғыр юлдары күптән көткән миҙгел тураһында.

Балаларҙың ҡайһы бер шиғырҙары «Аҡбуҙат» журналының май һанында донъя күрәсәк. Сабыйҙар рифма уйлаһа, йәштәр яңы проекттар өҫтөндә эшләй. Идеянан алып эшыуарлыҡҡа тиклемге юл, инвестицияларҙы йәлеп итеү, дәүләттән ниндәй яраҙам алырға мөмкин. Быларҙың барыһы тураһында ла «Йәштәр» майҙансығында һүҙ барҙы.

Ә бына Дамир Уйылдан улы 15 йылдан ашыу эшҡыуарлыҡ проектын уңышлы алып бара. Ул үҙ ҡулдары менән айыу, ат һындарын, һауыт-һаба эшләй. Материалдар өсөн алыҫ йөрөйһө түгел, барыһы ла Бөрйән районы урманында бар, ти оҫта ҡуллы. Бөтә донъя башҡорттары ҡоролайы үткәргән сараға Дамир Ураҙаев үҙенсәлекле ансамбль эшләп килтергән.

Башҡорт ижадсыһы образын тыуҙырыу – Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы үткәргән комплекслы сараның төп маҡсаты булып тора. Быға тиклем генерал-майор Шайморатов, Салауат Юлаев, Алдар батыр кеүек яусылар образы тыуҙырылһа, хәҙер уны киңәйтеү планлаштырылған, ти ойошторусылар. Башҡорттар – улар табиптар ҙа, металлургсылар ҙа, ғалимдар ҙа.

Ижади майҙансыҡтар ойоштороу системалы рәүештә алып барырға һәм айырым йүнәлештәргә баҫым яһарға мөмкинлек бирә. Әҙәбиәт, театр, һынлы сәнғәт, «Урал батыр» мәктәбе һәм башҡаларында оҫталыҡ дәрестәре, семинар, «түңәрәк өҫтәл» артында әңгәмә ойошторолдо. Сарала барлығы 8 район вәкилдәре ҡатнашты. «Кинематография» майҙансығында урындағы телевидение хеҙмәткәрҙәре, мәктәп уҡыусылары өсөн «Ер һүҙе» проектының презентацияһы үтте.

«Ер һүҙе» проектында сценарий яҙыу оҫталығы, оператор һөнәре менән яҡындан тынышыу өсөн дәрестәр үткәреләсәк. Һөҙөмтәлә тел мәсьәләһенә ҡағылышлы 45 фильм төшөрөү күҙаллана. 

Фото №1 - «Ижади майҙан» Бөрйәндә һыналды

Әлфинә Килдейәрова

Башбат
Нет наркотикам
Волна
Акции БСТ