Туймазыла «Ҡатын-ҡыҙҙың бәхет биләмәһе» проектының 20-се сараһы уҙҙы

Гүзәл заттарға стилистар, косметологтар һәм психологтар үҙ хеҙмәтен күрһәтте. Майҙанда тәүге тапҡыр 4 күсмә медицина бригадаһы ойошторолғайны. Диагностика үҙәге, фельшер-акушерлыҡ пункты, маммограф һәм стоматология кабинеттары эшләне.

Кардиолог, трихолог, онколог кеүек медицина белгестәре бушлай консультация бирҙе. Сара барышында 500-ҙән ашыу ҡатын-ҡыҙ квалификациялы ярҙам алды. Ҡатын-ҡыҙҙар популяр этно-музыкант Зәйнетдиндең концертын яратып ҡараны.

Фото №1 - Туймазыла «Ҡатын-ҡыҙҙың бәхет биләмәһе» проектының 20-се сараһы уҙҙы

Рәзилә Ғиниәтуллина

Выборы 2026
25 лет БСТ
Башбат
Башбат
Нет наркотикам
Акции БСТ
БАШКОРТТАР-БСТ