Шайморатов вариҫтары үҙебеҙҙекеләрҙе ҡалдырмай!

Өфөлә Донбас халҡын, Украиналағы махсус операцияны ҡеүәтләүсе митинг-концерт үтте. Сара 28 меңгә яҡын кешене берләштерҙе. Тыныслыҡ, Рәсәй һәм президент өсөн сыҡҡан берҙәм халыҡ менән БЮТ каналының ижади төркөмө лә осрашты

Утта янмай, һыуҙа батмай... 112-cе башҡорт кавалерия дивизияһы командиры, генерал-майор Миңлеғәле Шайморатов – Рәсәй менән Донбас халҡы өсөн уртаҡ герой. Ҡаһарман яҡташыбыҙҙың һуңғы яу юлы ла бөгөн азатлыҡ, бойондороҡһоҙлоҡ өсөн көрәш алып барылған биләмәлә үткән. Шуға күрә Өфөләге митинг-концерттың «Шайморатов вариҫтары үҙебеҙҙекеләрҙе ҡалдырмай» девизы аҫтында үтеүе осраҡлы түгел.

Теүәл һигеҙ йыл элек Ҡырым менән Севастополдә йәшәүселәр референдум үткәреп, Рәсәйгә ҡушылыу юлын һайланы. Тарихи ваҡиға уңайынан йыл һайын 18 мартта бөтә ил халҡы Ҡырым яҙын билдәләй. Быйыл февралдә Рәсәй Луганск һәм Донецк халыҡ республикаларының бойондороҡһоҙлоғон танып, Украинала махсус хәрби операция үткәреү тураһында иғлан итте. Был милли хәүефһеҙлекте һаҡлауҙа берҙән-бер юл.

Салауат Юлаев майҙанында ойошторолған митинг-концерт республика район-ҡалаларынан 28 меңгә яҡын кешене берләштерҙе. Митингка килеүселәрҙең ҡулдарында - байраҡтар, флагтар, Ә Еңеү яҙын сағылдырыусы Георгий таҫмалары тыныс киләсәккә ныҡлы ышаныс өҫтәне.

Махсус операцияла тыныслыҡ, хәүефһеҙ киләсәк өсөн көрәш алып барыла. Республика етәксеһе Радий Хәбиров тиҙҙән Рәсәй Ҡораллы көстәре ярҙамында Луганск, Донецк халыҡ республикаларының ауыл-ҡалалары тыныс тормошҡа ҡайтыр тигән ышаныс белдерҙе. Башҡортостан Донбаста йәшәүселәргә һәр яҡлап та терәк.

Донбасҡа табан алты фура юл тотто. Гуманитар йөктөң ауырлығы яҡынса йөҙ тонна. Донецк халыҡ республикаһы етәкселеге Башҡортостанда йәшәүселәргә оло рәхмәтен белдерҙе.

Өфөләге сара «Тыныслыҡ өсөн», «Рәсәй өсөн», «Президент өсөн» лозунгтары аҫтында уҙҙы. Митинг-концертта билдәле йәмәғәт эшмәкәрҙәре ҡатнашты, эстрада йондоҙҙары сығыш яһаны.

Фото №1 - Шайморатов вариҫтары үҙебеҙҙекеләрҙе ҡалдырмай!

Гөлназ Хәйбуллина

Выборы 2026
25 лет БСТ
Башбат
Башбат
Нет наркотикам
Акции БСТ
БАШКОРТТАР-БСТ