Ил Президенты ҡарары менән һәләк булғандан һуң «Ҡаһарманлыҡ» ордены менән бүләкләнде. Шишмә районы майор, мотоуҡсылар батальоны командиры урынбаҫары Илгиз Усмановты һуңғы юлға оҙатты. Украинала махсус операцияла һәләк булыусы менән хушлашыу матәмендә Радий Хәбиров ҡатнашып хәрбиҙең исеме мәңгеләштереләсәге хаҡында билдәләне.
Бөйөк ватан һуғышы яугирҙарына арналған постамент эргәһендә Ҡара Яҡуп ауылы халҡы ғәҙәттә Еңеү байрамында йыйыла. Тик бөгөн бында уларҙы ҡара ҡайғы килтерҙе. Ғүмерен хәрби хеҙмәт менән бәйләгән Илгиз Исмәғил улының Украиналағы махсус операцияла ғүмере өҙөлгән. Ата-әсәһе ике улының береһен – ғәзиз улын, ҡатыны ныҡлы терәген юғалтты. Мәктәп йәшендәге ике улы һөйөклө атайһыҙ ҡалды.
Илгиз Исмәғил улы 1984 йылда Шишмә районы Алкин ауылында тыуған. 2002 йылда Силәбе юғары хәрби команда училищеһына уҡырға ингән. Танк взводы командирынан мотоуҡсылар батальоны командиры урынбаҫарына тиклем төрлө хәрби вазифаларҙа хеҙмәт иткән. Хәрби юлды һайлауы осраҡлы түгел, ул нәҫелдән килә.
Ысын геройҙарса һәләк булған хәрбиҙе һуңғы юлға оҙатыу матәмендә Радий Хәбиров сығыш яһап, уның яҡындарының ҡайғыһын уртаҡлашты. Илгиз Усмановтың исеме мәгеләштереләсәк, ә яҡындарын бәләлә яңғыҙ ҡалдырмайбыҙ, уларға ярҙам күрһәтеләсәк, тине.
Яҡташтары хәрби бурысын үтәгәндә башын һалған майор тураһында хәтер һаҡланасағын билдәләне. Илгиз Усманов Ҡара-Яҡуп ауылы зыяртында ерләнде.
Рәмилә Исмәғилева





