Эсеүҙе ташлағың килһә, эшкә урынлаш

 Иглин районында насар ғәҙәттәрҙән баш тартыусыларға лайыҡлы хеҙмәт хаҡы түләнә.

«Айыҡ ауыл» республика конкурсының муниципаль этабында еңеү яулаған Түбәнге Ләмәҙҙә үҙенсәлекле акция иғлан ителгән. Урындағы эшҡыуар Илдар Хәлитов спиртлы эсемлектәр менән мауығыусыларҙы дәртләндереү сараһын уйлап тапҡан. Ул эсеүҙе ташлаған ир-аттарҙы эш урындары менән тәьмин итә. Ағас эшкәртеү предприятиеһы яҡшы хеҙмәт хаҡы алырға теләүсе уҙамандарға вакансиялар әҙерләгән. Буш ятҡан ир-аттар был идеяны ихлас күңелдән күтәреп алған.

Айыҡ тормошто пропагандалауға йүнәлтелгән конкурс төпкөл ауылда йәшәүселәрҙе урынынан ҡуҙғатҡан. Кибеттәрҙә спиртлы эсемлектәр юғалғас, күптәрҙең тормошҡа ҡарашы ла үҙгәргән. Тир түгеп алынған аҡсаны бер кем дә хәҙер шешәгә алмаштырмай. Буйҙаҡтар ғаилә ҡороу маҡсаты менән янғанда ауылдың киләсәге лә буласаҡ, ти Түбәнге Ләмәҙҙә йәшәүселәр.

Фото №1 - Эсеүҙе ташлағың килһә, эшкә урынлаш

Илдар Байбулатов

Выборы 2026
25 лет БСТ
Башбат
Башбат
Нет наркотикам
Волна
БАШКОРТТАР-БСТ