Иҡтисадтағы ҡатмарлы осорға ҡарамаҫтан, торлаҡ төҙөлөшө дауам итергә тейеш

Бер үк ваҡытта алданыусыларға юл ҡуйырға ярамай. Был турала Радий Хәбиров Башҡортостандың төҙөүселәр ассоциацияһы кәңәшмәһендә белдерҙе. Унда ҡатнашыусылар төҙөлөш тармағының бөгөнгө хәлен һәм торлаҡ баҙарының үҫеш мөмкинлектәрен тикшерҙе.

Төбәк етәксеһе социаль объекттарҙы сафҡа индереү буйынса ҡуйылған планды үтәү бурысын ҡуйҙы. Үҙ яғыбыҙҙан проект-тикшереү һәм төҙөлөш-монтаж эштәренә рөхсәт килешеүҙәре ваҡытын ҡыҫҡартыу буйынса проблемаларҙы хәл итергә әҙербеҙ, тине Башҡортостан етәксеһе.

Фото №1 - Иҡтисадтағы ҡатмарлы осорға ҡарамаҫтан, торлаҡ төҙөлөшө дауам итергә тейеш
Башбат
Нет наркотикам
Волна
Акции БСТ