Ултырышта Республика башлығы Радий Хәбиров ҡатнашты. Ул тармаҡ алдында бер нисә бурыс билдәләне. Торлаҡ төҙөлөшө дауам итергә, баҙарҙа яңы алданыусылар булмаҫҡа тейеш. Шулай уҡ торлаҡ менән бергә социаль объекттар төҙөү буйынса алынған йөкләмәләрҙе үтәргә кәрәк. Радий Хәбиров төҙөлөш материалдарына хаҡтар артыу проблемаһын ентекле өйрәнергә ҡушты.







