Тыныс шарттарҙа ял итеү өсөн. Өфөгә Луганск халыҡ республикаһынан мәктәп уҡыусылары килде. Петровский ҡалаһында Миңлеғәли Шайморатов исемен йөрөткән 22-се мәктәптә белем алыусы 30 бала "Йәшел сауҡалыҡ" шифаханаһында урынлаштырылды.
Луганск республикаһы балалары Башҡортостанда ике аҙна буласаҡ.







