Башҡортостандың төрлө район-ҡалаларынан һәм сит төбәктәрҙән 80-дән ашыу конкурсант бәйгелә ҡатнашыу теләген белдерҙе. Бер нисә этаптан торған бәйгенең бөгөн финалы. Унда иң яҡшы 10 педагог матбуғат-конференцияһы форматындағы һорауҙарға яуап бирә. Башҡорт дәүләт университетының башҡорт филологияһы, шәрҡиәт һәм журналистика факультеты деканы, жюри рәйесе Гөлфирә Абдуллина.







