Башҡортостан табиптары Алтайға командировкаға юлланды

Яҡташтарыбыҙ крайҙағы ковид-госпиталдәрҙә эшләйәсәк. 12 кешенән торған бригада республиканың төрлө медицина учреждениеларындағы «ҡыҙыл зоналар»ҙа эшләгән. Алтайға барырға йәш табиптар үҙҙәре теләк белдергән. Араларында Иркутск һәм Рязань өлкәләрендә коронавирусҡа ҡаршы көрәштә ҡатнашҡандары ла бар.

Башҡорт дәүләт медицина университеты ординаторы Айрат Мөлөков Өфөнөң өс дауаханаһында тәжрибә туплаған. Анестезиология-реаниматология йүнәлешендә махсуслашҡан йәш белгес эште тәүҙә медицина хеҙмәткәре булараҡ башлап, бөгөн табип кимәленә тиклем күтәрелгән. Яҡташтарыбыҙ Алтай крайында март аҙағына тиклем буласаҡ.

Фото №1 - Башҡортостан табиптары Алтайға командировкаға юлланды

Азат Ғәлиуллин

Выборы 2026
25 лет БСТ
Башбат
Башбат
Нет наркотикам
Волна
Акции БСТ