Йыл башынан республикала иҫерек водителдәр ҡатнашлығында теркәлгән 14 юл-транспорт ваҡиғаһында 15 кеше йәрәхәтләнгән, бер кеше һәләк булған. Статистика мәғлүмәттәре, ҡыҙғанысҡа, иҫерек килеш рулгә ултырыусыларҙы ҡурҡытмай
Баш ҡалала мәҫәлән, эскән водитель инспекторҙарҙан ҡасып маташты. Һөҙөмтәлә ул башҡа автомобилдәргә бәрелә. Биш кеше йәрәхәтләнә. Ә Стәрлетамаҡта водитель ҡала хакимиәте башлығының хеҙмәт машинаһына төкөй. Алкотестер рул артындағы ирҙең эскән булыуын асыҡлай. Юл хәрәкәте хәүефһеҙлеге дәүләт инспекцияһы хеҙмәткәрҙәре ял көндәрендә сираттағы профилактик рейдҡа сыға.
Азат Ғәлиуллин




