Башҡортостан мәғарифты үҫтереү институтында башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыларының төбәк-ара конкурс финалы үтте. Онлайн форматта ойошторолған конкурс хаҡында ентекләберәк киләһе яҙмала.
Башҡорт теле һәм әҙәбите уҡытыусыларының иң көслө тип табылған 10 кеше талапсан жюри ағзалары биргән һорауҙар алдында юғалып ҡалмай төплө яуаптар бирә.
Пандемияға бәйле уҡытыу процессы һуңғы ике йылда уҡытыусылар һәм уҡыусыларҙан айырыуса етеҙлек һәм ойошҡанлыҡ талап итте, был әлбиттә дәрестәр форматына ла йоғонто яһамай ҡалманы. Уҡытыусылар дистанцион форматта эшләү алымдарын ҡулланды. Был ысул төбәк-ара конкурста ла үҙен аҡланы, ти, унда көс һанашыусылар.
Өфөнөң 107-се лицейы башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы Мирас Ишдәүләтов дистанцион-форматтың киңерәк аудитория менән эшләү мөмкинлеген юғары баһалай. Уҡытыусылар сығышын башҡорт теле һәм әҙәбиәтен уҡытыу методикаһы менән ҡыҙыҡһынған бөтә белгестәр ҙә интеренет селтәре аша күҙәтеп бара алды.
Түңәрәк өҫтәлгә йомғаҡлау турына йыйылған уҡытыусыларға тел һәм әҙәбиәт өлкәһендә билдәле ғалимдар, йәмәғәт эшмәкәрҙәре, депутаттарҙан һорауҙар яңығыраны. Рәсәй төбәктәренән һәм Башҡортостандан тиҫтәләгән уҡытыусы мәктәп программаһын яңыртыу, дистанцион форматта ярышыуҙың ыңғай һәм кире яҡтарын асыҡланы,үҙ тәҡдимдәрен һәм теләктәрен еткерҙе.
Башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыларының төбәк-ара конкурсында 10 уҡытыусы финалға үтте, улар араһынан өс еңеүсе һәм бер абсолют еңеүсе асыҡланасаҡ. Абсолют еңеүсе башҡалабыҙ Мәскәүҙә туған телдәр уҡытыусылары араһында оҫталыҡ дәресе күрһәтеү хоҡуғына эйә буласаҡ.
Гүзәл Борханова




