Сығышы менән Бижбүләк районынан булған шәхес иҫтәлегенә спорт сараһы 10-сы тапҡыр ойошторолдо. Турнирҙа алты хоккей командаһы көс һынашты, шулай уҡ балалар төркөмдәре лә йәлеп ителде.Тулыраҡ мәғлүмәт БЮТ каналы хәбәрсеһе Флорида Ким яҙмаһында.
Бижбүләк районында йәшәүселәр күренекле дәүләт эшмәкәре һәм ғалим Илдар Ғимаевтың иҫтәлегенә асылған музейҙағы мәғлүмәтте даими тулындарырға күнеккән. Айыт ауылында тыуып үҫкән шәхес иҫән сағында республиканың иҡтисади һәм социаль өлкәһен үҫтереүгә тос өлөш индергән. Рәхмәтле яҡташтары уның иҫтәлегенә унынсы йыл рәттән -хоккей турниры ойоштора.
Турнирҙа Бишбүләк, Благовар, Бәләбәй райондары, Силәбе һәм Өфө командалары көс һынашты. Уйынға хоккей менән шөғөлләнгән балалар төркөмдәре йәлеп ителде. Өлкәндәр йәш быуынға Илдар Ғимаев шәхесе тураһында һөйләп, дәүләт эшмәкәрен иҫкә алды.
Бишбүләк районында тыуып үҫкән дәүләт эшмәкәре хөрмәтенә ойошторолған турнирҙа Илдар Ғимаевтың яҡындары, хеҙмәттәштәре һәм йәмәғәт эшмәкәрҙәре йыйылды.
Илдар Ғимаев ябай слесарҙан ҙур етәксегә тиклем хеҙмәт юлы үтә. Совхоз директоры, район советы башҡарма комитеты рәйесе урынбаҫары, район хакимиәте башлығы, Башҡортостан Президенты Хакимиәте етәксеһе вазифаларын башҡара. Дәүләт эшмәкәре иҫтәлегенә турнир башҡа йылдарҙа ла ойошторолсаҡ тип көтөлә.
Флорида Ким




