Өфөлә йәшәүсе оҫта ҡуллы кондитер ябай булмаған торттар яһай

Уның оҫталығын «Пятница» телеканалының «Кондитер» тапшырыуы белгестәре лә юғары баһалаған. Тулыраҡ киләһе яҙмала.

Алма бәлеше бешереүҙә иң мөһиме: йомортҡаларҙы яҡшы итеп туҡыу. Оҫта кондитер Марина Кочеткова һайланма йәки беренсе сорт йомортҡаларҙы һайларға тәҡдим итә. Миксер менән 4 йомортҡаны яҡынса 7 минут туҡырға. Тағы ла берешәр стакан шәкәр һәм он кәрәк.

Ҡамыр баҫылғансы, бешереү формаһына алма турарға. Фрукттың төрлө сорты ярай. Әҙер ҡамырҙы алма өҫтөнә һалып, 180 градусҡа тиклем ҡыҙҙырылған мейестә бешерергә. 20 минут тигәндә, ябай һәм татлы бәлеш әҙер була.

Тәүге тортын Марина Кочеткова әсәһенән күреп, үҫмер сағында бешергән. Бал торты. Кремын май һәм ҡуйыртылған һөттән эшләнем, тип хәтерләй оҫта.

Үҙе генә белгән шәхсән рецепты буйынса бешерелгән баллы-һырғанаҡлы торт менән ханым «Пятница» телеканалындағы «Кондитер» тапшырыуында сығыш яһаған. Рәсәйҙең алдынғы белгестәре Өфө вәкиленең татлы эшен юғары баһалаған.

Торттар яһауҙа иң ҡатмарлыһы: бәләкәй элементтарҙы эшләү, ти белгес. Оҫта ҡулдары әҙерләгән ашамлыҡтар өсөн гравитация ҡанундары эшләмәй кеүек. Әлеге ваҡытта оҫта кондитер заказ буйынса торттар яһай, оҫталыҡ дәрестәре лә үткәрә.

Фото №1 - Өфөлә йәшәүсе оҫта ҡуллы кондитер ябай булмаған торттар яһай

Рәзилә Ғиниәтуллина

Выборы 2026
25 лет БСТ
Башбат
Башбат
Нет наркотикам
Волна
БАШКОРТТАР-БСТ