Волга буйы федераль округы ҡалаларында ҙур награда менән таныштырыу үтә. Был турала Континенталь хоккей лигаһының рәсми сайтында хәбәр итәләр. Баш ҡалала кубокты иртәгә ҡарарға мөмкин. Ул “Өфө-Арена” боҙ һарайына ҡуйыла. 23 мартта КХЛ-дың төп призы менән Стәрлетамаҡ халҡы таныша ала. Быға тиклем Кубок Һарытау һәм Ырымбурҙа булды. Республиканан ул Саранск һәм Пензаға оҙатыла.




