Ул КПСС-тың Башҡортостан өлкә комитеты беренсе секретары була. Һуңынан Зыя Нурый улын Мәскәүгә күсерәләр–унда башта Әҙерләүҙәр министры, артабан илдең Министрҙар Советы рәйесе урынбаҫары вазифаһында эшләй. Иҡтисад фәндәре докторы, академик, Мазһар Иҫәнбаев фекеренсә, республикала Зыя Нуриев етәксе булған осорҙо төбәк өсөн иң уңышлы йылдар тип баһаларға мөмкин.
Зыя Нуриев 2012 йылда вафат булды. Шәхес хаҡындағы иҫтәлекте мәңгеләштереп Республика хөкүмәте янындағы скверға Зыя Нуриев исеме бирелде.








