Ауыл хужалығы предприятиеларын льготалы кредитлауға 760 миллион һум аҡса бүленгән

Быйыл Башҡортостандың агросәнәғәт комплексын льготалы кредитлауға федераль ҡаҙнанан 760 миллион һум аҡса бүленгән. Финанс ярҙам банктар ҡуйған процент ставкаһын бер проценттан биш процентҡа тиклем түбәнәйтергә ярҙам итәсәк. Яҙғы баҫыу эштәре алдынан хужалыҡтар өсөн айырыуса мөһим сара. Благовар районындағы селекция-генетика үҙәге лә ярты миллиард һумлыҡ әйләнеш кредиты алыуға ғариза бирергә йыйына. БЮТ каналы хәбәрсеһе Гөлназ Хәйбуллина дауам итә.

Благовар районындағы селекция-генетика үҙәгендә ауыл хужалығы техникаһын ремонтлау эштәре финиш һыҙығына яҡынлашҡан. Яҡынса бер айҙан ике тиҫтәнән ашыу ҡеүәтле техника баҫыуға сығасаҡ. Механизаторҙар комбайн, трактор, йөк машиналарының төҙөклөгө өсөн яуаплы. Быйыл сәсеү агрегаттарына ҡайһы бер импорт запас частар табыу ғына ауырға төшкән. Барнаул, Санкт-Петербург предприятиеларында ҡоростан етештерелгән аналогтар килтерелә. Хаҡына килгәндә, ике тапҡырға арзанға төшә.

Предприятиеның сәсеүлек майҙаны яҡынса биш мең гектар тәшкил итә. Әле иген культураларын үҫтереүгә орлоҡ материалын тулыһынса әҙер, минераль ашламалар ҙа һатып алынған. Селекция-генетика үҙәге ҡарамағында ҡатнаш аҙыҡ заводы ла эшләй. Етештереү ҡеүәте сменаһына 80 тоннаға тиклем етә. Комплекста бар эш процессы автоматлаштырылған. Диспетчер үҙәге аша контроль алып барыла.

Быйыл ҡатнаш аҙыҡ етештереү күләмен арттырыу планлаштырылған. Белгестәр билдәләүенсә, ауыл ерлегендә продукцияға ихтыяждың артыуы күҙәтелә.

Предприятие 2015 йылдан алып сусҡасылыҡ йүнәлешен дә үҫтерә. Компллекста бер юлы 24 мең баш сусҡа тотола, йылына уларға яҡынса 400 миллион һумлыҡ аҙыҡ талап ителә. Был сумма льготалы кредитлау программаһы ярҙамында ҡаплана. Процент ставкаһы ауыл хужалығы министрлығы тарафынан субсидиялана

Ведомствонан хәбәр итеүҙәренсә, былтыр дүрт йөҙҙән ашыу агросәнәғәт предприятиеһы льготалы ҡыҫҡа ваҡытлы кредиттар менән файҙаланған. Быйыл республикаға бүленгән сумма Үҙәк банктың төп ставкаһы күтәрелеүгә бәйле ике тапҡырға күберәк.

Өфө селекция-гибрид үҙәге етәкселеге малсылыҡ, үҫемселекте үҫтереүгә ярты миллиард һумлыҡ әйләнеш кредиты алырға йыйына. Ошо уҡ сумма Благовар селекция-генетика үҙәгендә ҡатнаш аҙыҡ әҙерләүгә талап ителә.

Фото №1 - Ауыл хужалығы предприятиеларын льготалы кредитлауға 760 миллион һум аҡса бүленгән

Гөлназ Хәйбуллина

Башбат
Нет наркотикам
Акции БСТ
БАШКОРТТАР-БСТ