Йылайыр районының Сәләх ауылында заманса медицина үҙәге файҙаланыуға тапшырылды

Сәләмәтлеккә бер аҙым. «Айыҡ ауыл» республика конкурсында ҡатнашыусы Йылайыр районы Сәләх ауылында заманса медицина үҙәге файҙаланыуға тапшырылды. Хәҙер ауыл халҡы ашығыс медицина ярҙамы алыу мөмкинлегенә эйә. Тулыраҡ Баймаҡ телевидениеһы әҙерләгән материалда.

Сәләхтә хәҙер өр- яңы фельдшер-акушерлыҡ пункты. “Һаулыҡ һаҡлау” милли проекты урындарҙа халыҡҡа медицина-санитар ярҙамы күрһәтеүгә яңы мөмкинлектәр бирә.

Сәләх фельдшеры Гүзәл Солтанова бына инде утыҙ йыл ауылдаштары сәләмәтлеге һағында. Заманса йыһазландырылған, бар уңайлыҡтары булған бинаға күсеү -эшемә дәрт өҫтәй тип ҡыуана ул.

Сәләх ауылында файҙаланыуға тапшырылған фельдшер акушерлыҡ пунткы - Йылайыр районында етенсеһе. Быға тиклем Байғужа, Сидоровка, Иван-Ҡыуалат һәм Ҡашҡар, Үрге Сәлим ауылдарында модулле биналар ҡалҡып сыҡты. Быйыл иһә тағы ла Петровка ауылында яңы медицина пунктын төҙөү күҙаллана.

Сәләх ауылы ҙур түгел, ни бары 42 йорт. Башлыса оло быуын вәкилдәре. Хәҙер уларға тәүге медицина ярҙамын уңайлы шарттарҙа аласаҡ.

ФАП-тарҙың яңырыуы, медицина өлкәһендә хеҙмәтләндереүгә заманса шарттар булдырыу – төрлө ҡурҡыныс сирҙәрҙе ваҡытында иҫкәртеүгә бер аҙым. Сәләхтәргә һәм уға яҡын ауыл халҡына иһә үҙ сәләмәтлектәрен нығытыуға мөмкинлектәр тыуҙырылды.

Фото №1 - Йылайыр районының Сәләх ауылында заманса медицина үҙәге файҙаланыуға тапшырылды

Әлфиә Хәмитова

Башбат
Нет наркотикам
Акции БСТ
БАШКОРТТАР-БСТ