Уңышһыҙ операциянан һуң Архангел районынан Нияз Муллағәләмовтың йөрәге туҡтап, хәрәкәт һәм телмәр функциялары эшләмәй башлай. Үҫмер бер нисә тапҡыр реабилитация үткән. Әммә үҫмерҙең һаулығы әлегә тулыһынса тергеҙелмәгән. Ыңғай үҙгәрештәр бар, тик аҡса кәрәк. Тулыраҡ киләһе яҙмала.
Бәлә ағас башынан йөрөмәй, әҙәм башынан йөрөй. Нияз Муллағәләмов былтыр август аҙағында дуҫтары менән бергә аҡса эшләргә тип Учалыла ваҡытлыса эшкә урынлаша. Эш ваҡытында үҫмер һаулығына зарлана башлай. Тиҙ ярҙам күрһәтеү хеҙмәтен көтөп ала алмай, үҙ аллы таксиҙа дауаханаға юллана. Диагноз - киҫкен аппендицит. Әмәлиәттән һуң егет яҙмышында фажиғәләр сылбыры башлана.
Үҫмерҙең ата-әсәһе фажиғәлә табиптарҙы ғәйепләй. Осраҡ буйынса енәйәт эше ҡуҙғатылған. Быға тиклем спортһыҙ йәшәй алмаған теремек үҫмер хәҙер тик кеше ярҙамында ғына хәрәкәтләнергә мәжбүр.
Нияз яңынан аяҡҡа баҫып, өндәр әйтергә өйрәнә. Мәскәү, Түбәнге Новгород өлкәләрендәге реабилитация үҙәктәрендә егет логопед, психолог һәм дауаланыу физкультураһы инструкторы менән шөғөлләнгән. Системалы дауаланыу тәүге һөҙөмтәләрен биргән. Тулыһынса аяҡҡа баҫыу өсөн, дауаланыуҙы дауам итеү талап ителә. Бының өсөн ғаиләгә матди ярҙам кәрәк.
Рәхмәтуллиндар ғаиләһендә 6 бала тәрбиәләнә. Нияз - иң олоһо. Ғаилә башлығына Ниязды дауаханаларҙа йөрөтөр өсөн, эшен ҡалдырырға тура килә. Артабанғы реабилитацияны үтер өсөн, 500 мең һумдан ашыу аҡса кәрәк. Ниязға экрандағы телефон һандары буйынса аҡса күсерергә мөмкин. Рәхмәтуллиндар халыҡ ярҙамына ышана. Уларҙың теләге бер – улдарын аяҡҡа баҫтырып, элекке тормошона ҡайтарыу.
Банк картаһы иҫәбе: 5336690284165679
Телефон: 89608073391
Рәзилә Ғиниәтуллина




