Радий Хәбиров “Бәйләнештә” социаль селтәрендә шул турала яҙа. Башҡортостан Башлығы билдәләүенсә, клиник-диагностик инфекцион үҙәк заманса медицина ҡорамалдары менән йыһазландырылған. Бында КТ, УЗИ, рентген-аппараттары ҡуйылған. Пациенттарға дауаланыу өсөн уңайлы шарттар булдырылған, белемле һәм тәжрибәле табиптар эшләй. Тиҙҙән Сибай ҡалаһында ла яңы ковид-госпиталь эшләй башлай.







