Хөкүмәт ултырышында вице-премьер Виктория Абрамченко шул турала белдерҙе. “Баҙарҙа аҙыҡ-түлеккә дефицит күҙәтелмәй. Паникаға бирелеп шәкәр һәм ҡарабойҙайҙы күпләп һатып алырға кәрәкмәй”, - тине вице-премьер.
Башҡортостан Ауыл хужалығы министрлығынан белдереүҙәренсә, беҙҙең республикала ла шәкәргә ҡытлыҡ юҡ. Былтыр 2 миллион тоннаға яҡын шәкәр сөгөлдөрө эшкәртелгән.







