Былтыр республикала 150 мең тонна шәкәр етештерелгән. Ауыл хужалығы министры урынбаҫары Рәмил Нуриәхмәтов белдереүенсә, әле көн һайын завод келәттәренән 500 тоннанан ашыу шәкәр оҙатыла.
Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров белдереүенсә, продукция етештереүҙе арттырырға кәрәк.
Рәсәй Ауыл хужалығы министрлығы шәкәр етештереүҙе арттырыу өсөн сөгөлдөр баҫыуы майҙандарын киңәйтеү маҡсатын ҡуйған.




