Башҡортостан Башлығы янғында күршеләрен ҡотҡарған малай тураһында социаль селтәрҙә яҙып сыҡты

«Арыҫлан Шафиҡов кеүектәрҙән ысын ирҙәр үҫеп сыға. Уға ни бары 13 йәш, Күгәрсен районының Мораҡ ауылынан. 14 мартта күршеләренең мунсаһы һәм торлаҡ йортонда ут сыға. Малай юғалып ҡалмай, өлкән йәштәге күршеләренә тәҙрә аша сығырға ярҙам итә һәм янғын һүндереүселәрҙе саҡырта. Афарин, хөрмәт итәм”,-тип яҙа республика етәксеһе.

Фото №1 - Башҡортостан Башлығы янғында күршеләрен ҡотҡарған малай тураһында социаль селтәрҙә яҙып сыҡты
Выборы 2026
25 лет БСТ
Башбат
Башбат
Нет наркотикам
Акции БСТ
БАШКОРТТАР-БСТ